0%

Яратам. Миңзәлә Сибәғәтуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яратам (Шиғыр)
автор Миңзәлә СИБӘҒӘТУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: «Аманат», 2012, № 3. Сығанаҡ: "Аманат" журналы


Яратам


Яратамын йәшеллекте,
Моңсол ҡоштар һайрауын.
Яратамын ҡояшҡай ҙың
Наҙлап миңә ҡарауын.
 
Яратамын йылғалар ҙың
Сылтыр-сылтыр ағыуын.
Яратам иркә елдәр ҙең
Сикәмә ҡағылыуын.
 
Яратамын был тормоштоң
Һәр таңын, һәр миҙгелен.
Ошо ер ҙә тыуғанға ла
Мин сикһеҙ бәхетлемен.
 
Ғүмер ҙәр һәр кешегә лә
Бирелә тик бер генә.
Шуға изгелек ҡылыр ға
Ашыҡ тыуған ереңә!